Хөсәйенбәк кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архитектура ҡомартҡыһы
Хөсәйенбәк кәшәнәһе
Хөсәйенбәк кәшәнәһе
Хөсәйенбәк кәшәнәһе
Хөсәйенбәк кәшәнәһе
Ил Рәсәй
Урыны Башҡортостандың Шишмә районы Шишмә ҡасабаһы
Конфессия ислам
Статус 14-се быуаттың тарихи-архитектура ҡомартҡыһы

Хөсәйенбәк кәшәнәһе — тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы. XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡарай.

Башҡортостанда Исламдың таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше" тигән китабында ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш былай тип яҙа: "Һуң тигәндә VII быуаттың уртаһында башҡорттар ислам динен ҡабул иткән. Ибн-Фаҙлан шул кешеләрҙең береһе тураһында әйтеп киткән. Ислам динен башҡорт араһында Төркөстандағы дини йәмғиәт башлығы Әхмәт Йәсәүи (1105-1166 йй.) мөридтәре таратҡан. Әхмәт Йәсәүи башлаған дини ағартыу эше ул үлгәс тә дауам иткән. Дини ағартыусыларҙың байтағы үҙ бурысын башҡарып йөрөгәндә Башҡортостан ерендә үлеп ҡалған. Элек бында уларҙың кәшәнәләре күп булған. Һаҡланғандарының береһе – Хөсәйенбәк кәшәнәһе (XIV б.)"[1].

Хажи Хөсәйенбәк шәхесе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөсәйенбәк XIV быуатта Төркөстанда тыуған. Йәш сағында мәҙрәсәгә уҡырға ингән, унда Ислам хоҡуҡиәте - фикһ өйрәнгән һәм Йәсәүиә тәриҡәтенә ингән. Мәккәгә хаж ҡылған.

XIV быуат башында башҡорт ханы Төркөстанға Ислам диненә өйрәтеүсе ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Башҡорттар араһына дәғүәтсе итеп Хөсәйенбәк ебәрелгән.

Хөсәйенбәк ислам дине йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртиптәрен, Хәнәфи мәҙһәбен халыҡҡа еткергән, шул замандағы Башҡортостандың дини етәксеһе булған. XIV быуат ғәрәп тарихсыһы һәм географы Шиһаб әд-дин әл-Ғүмәри , Себер һәм Сулман илдәре Башҡортостанға яҡын, Башҡортостанда оло хөрмәткә ҡаҙанған мосолман ҡазыйы бар, тип яҙған. С. И. Хәмиҙуллин буйынса, был ҡазый Хөсәйенбәк булыуы бик тә мөмкин[2].

Башҡорт илендә ул ҡазый (ҡаҙый), йәғни, шәриғәт һәм фикһ буйынса эш иткән судья, хөкөмдар булып китә. Шул рәүешле хажи Хөсәйенбәкте башҡорттарҙың рәсми рәүештә мәғлүмәттәр ҡалған тәүге имамы тип атарға була.

Ул миләди 1341-42 йылдар арауығында (һижри 744 йылдың10-сы мөхәрәмендә) вафат булған һәм Аҡзыяраттың бер ҡалҡыулығында ерләнгән. Хәҙер кәшәнә Шишмә ҡасабаһы биләмәһенә инә.

Кәшәнә төҙөлөүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Һәм Хөсәйенбәктең ҡәберен күргәс, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. [3]. Кәшәнә тиҙ үк төҙөтөлә.

Аҡзират (Аҡзыярат) барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәшәнә тураһында легендалар күп. Мәҫәлән, кәшәнә һалдырған йылы Аҡһаҡ Тимер ҡайтып китеп өлгөрмәй, ҡышҡылыҡҡа башҡорттар араһында ҡалырға мәжбүр була. Ниндәйҙер сәбәп менән, ғәскәренән бер нисә кеше үлеп ҡала. Кәшәнә янында алты ғәскәр башы ерләнгән. Тап шул ҡәберҙәрҙән боронғо Аҡзыярат барлыҡҡа килгән. Бында әле лә боронғо яҙыулы ҡәбер таштары тора.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөсәйенбәк ҡәберенең Аҡһаҡ Тимер тарафынан килтерелгән ташы. С. М. Проскудин-Горский фотоһүрәте, 1910 йыл.
Хөсәйенбәк хажи кәшәнәһе эсендәге ҡәбер таштары

Ҡомартҡы П. С. Паллас, Р. Г. Игнатьев, В. С. Юматов, В. В. Вельяминов-Зернов, Г. В. Йосопов, шулай уҡ 1950-се йылдарҙа Б. Ғ. Кәлимуллин һәм 1985 йылда Г. Н. Гарустович менән өйрәнелә[4]. В. С. Юматовтың һүрәтләүе буйынса, мавзолей стеналары 1,57 метр ҡалынлығындағы эзбиз ҡатнашмаһы менән шымартылған таштарҙан һалынған булған.

Хөсәйенбәктең үлгән йылы — 1341—1342 йылдар. Кәшәнә шул осорҙа төҙөлә. Ул тура мөйөшлө квадрат рәүешендәге (8,5 м × 8,5 м) нигеҙҙән тора. Түбәһендәге көмбәҙҙең бейеклеге — 5,28 м. Эзбиз блоктарынан төҙөлгән стеналарҙың ҡалынлығы — 1,1 м. Көньяҡта урынлашҡан инеү урынының киңлеге — 1,07 м, бейеклеге — 2,45 м. Стеналарҙың башҡа яҡтарында аркалы тәҙрә уйымдары бар. Кәшәнәлә 9 ҡәбер табылған. Үҙәктәге ҡәбер оҙонса түңәрәк рәүешендәге таш ҡойма менән уратылған, уның башында таш плитала эпитафия бар[4]. Кәшәнә дин әһеле Ғүмәр Тәрәсбәк улы Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған, был хаҡта ҡәбер таштарындағы эпитафиялар раҫлай.

Хөсәйенбәк кәшәнәһе эсендәге ҡәбер ташына: "Төркөстандан мәрхүм хажи Хөсәйенбәк Ғүмәрбәк улы Тәрәс тоҡомона Аллаһының киң мәрхәмәте булһын. Әй Аллаһым, Ғүмәрбәк улы Хөсәйенде шәфҡәтеңдән мәхрүм итмә.744 йыл Мөхррәм айының 10-сы көнөндә вафат булды. 76 йәш" тип яҙылған. Был ҡәбер ташы хәҙер музейҙа һаҡлана [5]

төҙөкләндереү

XVIII быуат аҙағында кәшәнә емерелә башлай. 1911 йылда мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов ҡомартҡыны тергеҙергә ҡарар ҡабул итә.

Хөсәйенбәк кәшәнәһе иртә болғар тибындағы ҡомартҡыларға ҡарай. Унда табылған материалдар Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4].

кәшәнә эсендәге ҡәберҙәр

1985 йылда Г.Н. Гарустович етәкселегендәге археологик экспедиция кәшәнә эсендә ҡаҙыныу эштәре үткәргән. Унда 9 ҡәбер табылған: 3 оло кеше, 6 бала ерләнгән булған. Барыһы ла йөҙө менән ҡиблаға ҡаратып һалынған. Экспертизалар һөҙөмтәһендә бер һөлдә имам Хөсәйенбәктеке тигән һығымта яһағандар. Ул 160 см самаһы буйлы, йөҙө төҙөк европеиоид.Һынған, имгәнгән ере, етди ауырыуҙар билдәһе юҡ. Был Хөсәйенбәктең ҡартлыҡта үҙ үлеме менән китеүен һөйләй [6]

Ҡазый Хөсәйенбәк менән бәйле бер фараз[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәрҫеүән буйындағы 1735 йылда Кирилов яндырып, емергән атаҡлы «Ази (Ҡазый) мәсетенә» нигеҙҙе ҡазый Хөсәйенбәк һалған тигән фараздар бар [7]

Йәғни, мәсет "Хажи мәсете" тип исемләнгән булыуы мөмкин.

Иҫтәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше[1]
  2. Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  3. Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар [2](недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 4,2 Гарустович Г. Н. Хөсәйенбәк кәшәнәһе // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Бында Тамерландың эҙе һаҡлана [3](недоступная ссылка)
  6. Мавзолей Хусейн-бека [4]
  7. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке [5]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вельяминов-Зернов В. В. Памятник с арабско-татарской надписью в Башкирии (рус.) // Труды Восточного отделения Императорского археологического общества : журнал. — СПб.: В Тип. Имп. Академии наук, 1859. — Т. IV. — С. 257-284.
  • Гарустович Г. Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья. // Наследие веков. — Уфа, 1995. Вып.1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]