Ҡарлуғас (ат)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡарлуғас (Ласточка) — 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, яу яландарында һуғышсыларҙың тоғро дуҫы, ярҙамсыһы булып, 1946 йылда Башҡортостанға кире ҡайтарылған ат. Ул хатта "За боевые заслуги" миҙалы менән бүләкләнгән тигән мәғлүмәттәр ҙә бар [1]. Тик быны раҫлаған документтар әле табылмаған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша ғәскәренә борондан башҡорттар аттар ебәреп торған. Бөгөнгө Дәүләкән районы биләмәләрендә ХIХ быуаттан тоҡомло йылҡы малы үрсетеү үҫешә башлай. Совет власы осоронда РККА-ның Дәүләт резервы өсөн йылҡы малы әҙерләү менән бер нисә район шөғөлләнә башлай. Тавричанка ауылындағы йылҡы фермаһында 1940 йылда 800 баш мал иҫәпләнә. "Красная поляна", "Новый быт"колхоздарына, Ҡаранбаш һәм Абрамполь (хәҙерге Сергиополь), Дорошевка һәм Фаридоновка ауылдарына үрсемдәр ебәрелә.

1941 йыл башына был колхоздарҙа 1500 берәмек йылҡы малы була. Шул йыл ахырына дошман тылында эшләтер өсөн разведкасы аттар әҙерләү башлана. Был ҡаты сер итеп һаҡлана. Барлығы йөҙләп ат әҙерлек үтә. Һуғышҡа ебәрелгәндәренән (Рыжуха, Гулливер, Угрюмый) ҡайһы берҙәрен колхрзға кире ҡайтарылған.

1946 йылда Дәүләкән станцияһына һуғышта ҡатнашҡан дүрт ат ҡайтарыла. Улар араһында Ҡарлуғас (Ласточка) тигәне "За боевые заслуги" тигән миҙал менән бүләкләнгән тигән легенда йәшәй. Ул һуғыш ваҡытында миҙал алған берҙән-бер ат тип һанайҙар. Әммә быға шик белдерелгән яҙмалар ҙа бар [2].

Был дүрт атты, ниндәй өҙөклөк булһа ла, хужалыҡ эштәренә тотонмағандар: үҙҙәре үлгәнсә һәйбәт тәрбиә бирелгән. Уларҙы айырым ҡәберлеккә ерләгәндәр һәм обелиск ҡуйғандар [3][4]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кони - победители [5]
  • Кони-победители из Башкортостана[6]

Видео[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Лошади в Великой Отечественной
  • YouTube сайтында Видео Минигали Шаймуратов и Легендарная 112-я Башкирская Кавалерийская Дивизия

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кони - победители. [1]
  2. Николай Стародымов. Награды России[2]
  3. Кони - победители. [3]
  4. Кони-победители из Башкортостана[4]