Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл: 53 юл:
:::Ғөмүмән, баштан уҡ тауыш биреү нисә көн бара, ҡарар сығарыу ваҡыты алдан уҡ билдәләнеп ҡуйылырға тейештер. Һәр тауыш биреү өсөн, мөһимлегенә ҡарап, төрлө ваҡыт ҡуйһаҡ та була был осраҡта--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 06:34, 21 июнь 2020 (UTC)
:::Ғөмүмән, баштан уҡ тауыш биреү нисә көн бара, ҡарар сығарыу ваҡыты алдан уҡ билдәләнеп ҡуйылырға тейештер. Һәр тауыш биреү өсөн, мөһимлегенә ҡарап, төрлө ваҡыт ҡуйһаҡ та була был осраҡта--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 06:34, 21 июнь 2020 (UTC)
* Ябай ғына тауыш биреүҙән ҙур ғауға сығарып була икән. Кем бында конкурстар булмаһын тип әйтте һуң?! Тик бер-бер артлы, бик оҙайлы булмаһын, тибеҙ. Кәңәш-төңәш итешеп эшләйек, тибеҙ. Нимә бында шул тиклем шаҡҡатырғыс? Иллә ваҡытығыҙ күп икән, егеттәр, һыу буйы яҙырға. Comp1089 10 көнгә оҙайтты, тауыш биреү ваҡыты үткәс, "аңлатыу эштәрен" башланығыҙ. Мәҫәлән, минең ваҡыт ул тиклем күп түгел, иптәштәр. Ғәйепһеҙҙән ғәйеп эҙләүҙе туҡтатайыҡ.--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 07:46, 21 июнь 2020 (UTC)
* Ябай ғына тауыш биреүҙән ҙур ғауға сығарып була икән. Кем бында конкурстар булмаһын тип әйтте һуң?! Тик бер-бер артлы, бик оҙайлы булмаһын, тибеҙ. Кәңәш-төңәш итешеп эшләйек, тибеҙ. Нимә бында шул тиклем шаҡҡатырғыс? Иллә ваҡытығыҙ күп икән, егеттәр, һыу буйы яҙырға. Comp1089 10 көнгә оҙайтты, тауыш биреү ваҡыты үткәс, "аңлатыу эштәрен" башланығыҙ. Мәҫәлән, минең ваҡыт ул тиклем күп түгел, иптәштәр. Ғәйепһеҙҙән ғәйеп эҙләүҙе туҡтатайыҡ.--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 07:46, 21 июнь 2020 (UTC)
**[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]]Тауыш биреү әллә айҙар буйы барырға тейешме? Аҙна-ун көндә үк күренә бит тәҡдимгә күпме тауыш бирелгәне! '''"10 көн булырға тейеш тип ҡайҙа әйтелгән"''' тип {{u|З. ӘЙЛЕ}} ҡағиҙә таптыра башлауы ғөмүмән аптыраҡ! Оҙаҡ итеп ҡуйып, онотторорға итәһегеҙме? Әллә тағы өсөнсө конкурс та килтереп ҡыҫтырырға уйлайһығыҙмы? Мәскәүҙәр тәҡдим итер ул, улар нисек файҙа алырға белә! Кем теләй шул ҡатнаша тип кенә ҡарау ҙа дөрөҫ түгел - әҙ генә көстәребеҙ бүленә, БАШҠОРТ Википедияһы тип әйтерлек йүнәлештән тайпыла --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 09:53, 21 июнь 2020 (UTC)

09:53, 21 июнь 2020 өлгөһө

Википедия:Ҡағиҙәләр тураһында фекерләшеү бите лә бар.

Башы

Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр мәҡәләһен яҙа башланым. Яҙып бөткәс ҡуясаҡмын. --Haqmar 12:19, 1 сентября 2006 (UTC)

Ҡалып:Ҡулланмалар урыҫ бүлегенән күсереп ҡуйҙым. Үҙгәртмәйсә тороп бүлемдәрен яҙмаҫҡа --Рөстәм Нурыев 16:17, 7 сентября 2006 (UTC)

Мөкинселегем булғанда ҡайһы бер урындарын мөхәрирләп китәм. Курсив һүҙҙәргә алмаш табырға, Ҡалын һүҙҙәр урынһыҙ тип уйлайым. --Рөстәм Нурыев 16:36, 7 сентября 2006 (UTC)

Нейтраль

"Нейтральный" тигәнде "тарафһыҙ" тип тәржемә итеү уңышлы түгел, тип уйлайым. "Битараф" йәки "нейтраль" яҡшыраҡ түгелме? --MORATSOLTAN (әңгәмә) 17:06, 23 октябрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

"нейтраль" ҡараш.--Саган (әңгәмә) 19:01, 23 октябрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Конкурстар

Конкурстар тураһында фекер алышыу Ҡоролтайҙа 2020 йылдың 2 июнендә башланды. Фекерҙәр конкурстар буйынса ҡағиҙә булараҡ төймәләкләнә башланы. Тәҡдимдәрҙе артабан тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн фекер ылышыу Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр сәхифәһенең фкер алыушыу бүлегенә (бында) күсерергә тәҡдим итәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:11, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Фекер алышыу

Тәҡдимдәр һәм тауыш биреү

  1. Башҡорт Википедияһында алдан тикшереү процедураһын үткәрмәйенсә бер кем дә конкурс иғлан итә алмай. Конкурст тураһында алдан хәбәр ителә һәм тауыш биреүгә ҡуйыла. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
  2. Конкурстың оҙайлығы бер айҙан артмаҫҡа тейеш (традицион булған Вики-яҙҙан башҡа). Конкурстан һуң ошо конкурс оҙайлығында, ирекле эшләү өсөн шул тиклем үк ваҡыт булырға тейеш.
  3. Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы. Уларҙың иҫәп яҙмаларын мәҡәләнең фекер алышыу битендәге ҡалыпҡа яҙып ҡуйырға.
  4. Һәр ҡатнашыусы конкурс өсөн яҙылған һәр 10 мәҡәләгә мотлаҡ йәки Башҡортнамә тематикаһын 1 мәҡәләне яҡшыртырға йәки яңы мәҡәлә яҙырға тейеш. Был турала (конкурс тамамланғансы) махсус таблицала теркәп ҡуйылырға тейеш.

Ошо тәҡдимдәр өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайым. —ZUFAr (әңгәмә) 09:48, 8 июнь 2020 (UTC)  РизаZUFAr (әңгәмә) 09:48, 8 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡабул ителгән ҡарарҙар

Рөстәм Нурыев Регион102 Comp1089 Ryanag Тауыш биреү 10 көн барҙы, ошо тауыш биреү буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙ әле —Guram52 (әңгәмә) 08:36, 18 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  •  Риза Законлы рәүешкә индерергә ваҡыт--Тутыйғош (әңгәмә) 11:47, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Конкурс буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙҙы һорайбыҙ--Һәҙиә (әңгәмә) 11:49, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Гүзәл ҡуйған тәҡдимгә ҡушылам: конкурстар буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙ -- Akkashka (әңгәмә) 12:18, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Comp1089! Процедураға килгәндә, Ҡоролтайҙа - бында 10 көн дауамында барған тауыш биреүгә саҡырыусы яҙма тапманым. Бындай ҡағиҙәләр ҡабул ителһә, беҙҙә яҡын арала конкурс ойоштороусылар ҙа, уларҙа ҡатнашыусылар ҙа кәмейәсәк йәки бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Был ҡағиҙәнең кәрәклеген һис тә аңламайым. Википедияла конкурстар - ул мәжбүри эш түгел, теләмәһәгеҙ ҡатнашмағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәләләр рәхәтләнеп яҙығыҙ. Ә хәҙер, киреһенсә, проектҡа ла, уның үҫешенә лә сикләүҙәр индерелә. Шул уҡ конкурстарҙың оҙайлығы. Мәҫәлән, Башҡортостан-100 конкурсы күптәргә оҡшағандыр - бер нисә ай һәм йыл дауамында һәр беребеҙгә оҡшаған тема буйынса иркенләп мәҡәләләр яҙҙыҡ. «Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы» - был фекер бөтөнләй ят нәмә, мәҡәләнең авторынан башҡа уға бер кем дә яуаплы була алмай, хатта уныһы ла үҙе яҙған мәҡәләгә «хужа» була алмай. Әгәр мәҡәләлә авторлыҡ хоҡуғы боҙолһа, адмистраторҙар авторҙы түгел, ә ойоштороусыны киҫәтергә/блокларға тейеш буламы? 4-се пунктҡа килгәндә, мәҫәлән, Винница өлкәһе буйынса конкурста - мотлаҡ йәки Башҡортнамә мәҡәләләрен нисек тематикаһына тап килтерәбеҙ? «Мириада»ға/«Башҡортнамә»гә килгәндә - был осраҡта мәжбүр итеү урынына, дәртләндереү шарт. Мәҫәлән, Вики-яҙ-2016-ла «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә баллдар биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. --Ryanag (әңгәмә) 20:40, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ryanag Был турала Зәйтүнә чатта яҙған ине. Һеҙ чатта юҡ, һеҙҙең һәләткә һоҡланырға ғына ҡала! Һеҙ википедияға һирәгерәк керәһегеҙ һәм бындағы хәлде башҡасараҡ күҙ алдына килтерәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған ҙур википедияларҙа бер юлы төрлө конкурстар булыуы мөмкин. 20 ҡатнашыусыһы булған Башҡорт Википедияһында бөтөнләй башҡа хәл. Рус йәки инглиз телендәге википедиялар менән беҙҙе сағыштырырға ярамай, сөнки уларҙа меңәрләгән ҡатнашыусы. Конкурс ваҡытында башҡа бөтә эшмәкәрлек туҡтатыла. Викикитапхана, викидәреслек кеүек проекттар хәҙер ташландыҡ хәлдә. Кемдер тик конкурста ҡатнашып аҡса эшләй, уны маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ, был хәл файҙалы контент өҫтөндә эшләүселәрҙең теләген һүндерә. «Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы» тигән мәҡәләне яҙыусы яуапһыҙ тигәнде аңлатмай.Конкурс мәҡәләләренең сифаты тураһында Айсар ағайҙын һорағыҙ, әгәр ҡараштырып та сыҡҡанығыҙ булмаһа. Конкурс мәҡәләләрен кемдер уҡып тикшереп сығырға тейеш. Был бурыс ойоштороусыға һәм урындағы координаторға йөкмәтелә. Конкурс мәҡәләләренә бәйләнгән награзка таматик яҡтан бәйләнгән булмаһа ла ярай, теләһә ниндәй тема, тик файҙалы контент булһын!

Рөстәм менән хәбәрләшкәндә беҙҙең википедиялағы хәлде коллаборационистик режим (колониаль дәүләт менән идара итеү ысулы, колонизаторҙар килеп көсләп эшләтмәйҙәр, уларға идара итергә урындағы кешеләр ярҙам итә) менән сағыштарған инем, йәғни башҡорт википедияһында ситтән идара итеү формаһы урынлашҡан. Пропаганда: "Һеҙ ирекле, һеҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәй, һеҙ бәхетле!". Идеология: "Көнө-төнө конкурс мәҡәләләрен яҙ, һин дә бай булырһың!". Беҙгә бергәләшнп ошо хәлдән ҡотолорға һәм ирекле үҫергә кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 08:27, 21 июнь 2020 (UTC) .[яуап бирергә]


  • Тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр йөкмәткеһе буйынса фекерем: Ryanag үрҙә ҡуйған һорауҙар урынлы. Минең дә шундай уҡ һорауҙар тыуғайны, әммә Зөфәр бейҙең фекерҙәрен кире ҡағаһығыҙ тигән дәғүәне үҙ иҫәбемә ла ҡабул иткәнлектән, был юлы өндәшмәнем. Хәҙер Зәфәр тәҡдим иткән ҡағиҙәләр рәсми ҡабул ителде, артабан улар нисек үтәлерен күрербеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52 апайҙың тауыш биреүгә ҡарар сығарыуҙы һорауы буйынса фекерем: БашВикила ҡарар сығарыусылар статусы индерергә ваҡыт етеүе тураһында 2018 йылдың 12 майында уҡ Википедия:Терминдар_буйынса_фекерләшеү сәхифәһендә яҙғайным, әммә иғтибарға алыусы булманы. Статуслы ҡарар сығарыуслар булмағанлыҡтан, һәр кем ҡарар сығара ала. Шул ваҡытта БашВикила бик күп фекер алышыуҙар тамамланмаған килеш эленеп тора, йәки дөйөм ҡарар сығарыла, ә ҡағиҙәләре яҙылып бөтмәй (шуға күрә Зөфәр хәтергә төшөргән буш мәҡәләләр яҙмаҫҡа тигән фекер алышыуҙы Хамидуллинға ҡағиҙә итеп күрһәтә алманы, ә З. ӘЙЛЕнең ул ҡағиҙә ҡайҙа яҙылған тигән урынлы һорауын үҙенә ҡаршы сығыу тип ҡабул итте. Зәйтүнә Хамидуллинды яҡлап түгел, ә ҡағиҙенең яҙылмауын күрһәтте. Шулай итеп, хакимдарҙан ҡарар сығарыуҙы һорау дөрөҫ түгел, уларҙың ундай бурыстары юҡ. Әлеге тауыш биреүҙә ни өсөн ZUFAr үҙе ҡарар сығармай, ҡағиҙәләрен Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар урынына еткермәй? Әгәр мин ул эште эшләп ҡуйһам, киләсәктә был ҡағиҙәләр буйынса дәғүәләр минең иҫәпкә булыуы ихтимал. Шуға күрә, был ҡағиҙәләр буйынса ҡарар сығарыуға, ҡағиҙәләрен урынына Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар яҙып ҡуйыуға ҡыҫылмайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, тимәк, БашВикила ҡарар сығарыусылар статусы индереү тураһында мәсьәләне хәл итеп ҡуйырға кәрәк.Ә Викиҙың дөйөм ҡағиҙәләрендә был юҡмы ни? Минең эшем - мәҡәләләр, ҡалып-категориялар эшләү, эшсе органдар булдырыуҙы бейҙәр хәл итеүҙе ойошторорға тейештер. Йәки админдар тауыш биреүе юлы менән хәл итергә лә мөмкиндер, был осраҡта махсус статустың кәрәге ҡаламы икән?. Көтөүсеһеҙ көтөү кеүек күпме йөрөргә мөмкин?--Guram52 (әңгәмә) 06:18, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Ғөмүмән, баштан уҡ тауыш биреү нисә көн бара, ҡарар сығарыу ваҡыты алдан уҡ билдәләнеп ҡуйылырға тейештер. Һәр тауыш биреү өсөн, мөһимлегенә ҡарап, төрлө ваҡыт ҡуйһаҡ та була был осраҡта--Guram52 (әңгәмә) 06:34, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ябай ғына тауыш биреүҙән ҙур ғауға сығарып була икән. Кем бында конкурстар булмаһын тип әйтте һуң?! Тик бер-бер артлы, бик оҙайлы булмаһын, тибеҙ. Кәңәш-төңәш итешеп эшләйек, тибеҙ. Нимә бында шул тиклем шаҡҡатырғыс? Иллә ваҡытығыҙ күп икән, егеттәр, һыу буйы яҙырға. Comp1089 10 көнгә оҙайтты, тауыш биреү ваҡыты үткәс, "аңлатыу эштәрен" башланығыҙ. Мәҫәлән, минең ваҡыт ул тиклем күп түгел, иптәштәр. Ғәйепһеҙҙән ғәйеп эҙләүҙе туҡтатайыҡ.--Тутыйғош (әңгәмә) 07:46, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Рөстәм НурыевТауыш биреү әллә айҙар буйы барырға тейешме? Аҙна-ун көндә үк күренә бит тәҡдимгә күпме тауыш бирелгәне! "10 көн булырға тейеш тип ҡайҙа әйтелгән" тип З. ӘЙЛЕ ҡағиҙә таптыра башлауы ғөмүмән аптыраҡ! Оҙаҡ итеп ҡуйып, онотторорға итәһегеҙме? Әллә тағы өсөнсө конкурс та килтереп ҡыҫтырырға уйлайһығыҙмы? Мәскәүҙәр тәҡдим итер ул, улар нисек файҙа алырға белә! Кем теләй шул ҡатнаша тип кенә ҡарау ҙа дөрөҫ түгел - әҙ генә көстәребеҙ бүленә, БАШҠОРТ Википедияһы тип әйтерлек йүнәлештән тайпыла --Guram52 (әңгәмә) 09:53, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]