Зевгмалағы Мозаика музейы (Төркиә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зевгмалағы Мозаика музейы
Нигеҙләү датаһы 2011
Рәсем
Принадлежит к Museum Directorate of Gaziantep[d]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Ғазиантеп һәм Шехиткамиль[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ғазиантеп, Төркиә
Алыштырған Gaziantep Museum of Archaeology[d]
Рәсми асылыу датаһы 27 май 2011
Рәсми сайт zeugma.org.tr
 Зевгмалағы Мозаика музейы (Төркиә) Викимилектә

Зевгмалағы Мозаика музейы (рус. Музей мозаики в Зевгме) — төрөк ҡалаһы Газиантеп биләмәһе эсендә ойошторолған боронғо Зевгма ҡалаһы мозаикаһы музейы. Музейҙа урынлашҡан мозаикалы майҙан 1700 м тәшкил итә 2. 2011 йылдың 9 сентябрендә асылған.

Музей нигеҙен археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында Зевгма ҡалаһында табылған археологик табылдыҡтар, башлыса мозаика, тәшкил итә. Уларҙы Биреджик плотинаһы төҙөгән саҡта йыйып алғандар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зевгмала б.э.т. III быуатта йәшәй башлағандар.Уны Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәр башлығы Селевк I Никатор нигеҙләгән булған. Селевкия атамаһы уның хөрмәтенә бирелгән. Б.э.т. 64 йылда римлеләр баҫып алып, уға Зевгма тип исем бирә (боронғо грекса — мкүпер» йәки «кисеү»).

Беҙҙең эраның 253 йылында ҡалаға сәсәниҙәр баҫып инә һәм ҡаланы харабаға әйләндерә. Зевгма 1700 йылға онотолоп тора.

1980—се йылдарҙа Төркиә һыу һәм энергия менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында бында плотина төҙөргә була. Зевгма һәм уның мозаикалары тулыһынса һыу аҫтында ҡалып ҡурҡынысы тыуа[1][2][3]

Төҙөлөштө башлар алдынан 1995 йылда Газиантептың Археологик музейы һәм халыҡ-ара төрлө ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеге ярҙамында ҡаҙыу эштәре башлана.Йыйылған барлыҡ артефакттар өсөн 2008 йылда айырым музей төҙөргә ҡарар ителә, сөнки улар элекке бинаға һыймай. 2011 йылдың 27 майында ул асыла.

Хәҙерге ваҡытта антик ҡала Зевгманың көнбайыш яры 25 % һыу аҫтында, 60 метр тәрәнлектә ҡалған, көнсығыш яры шулай уҡ батҡан.

Экспозиция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей майҙаны 90,000 кв фут тәшкил итә, шул иҫәптән күргәҙмә залында — 7,500 кв фут. Уның ҙурлығын Туниста урынлашҡан донъялағы иң ҙур Бардо Милли мозаика музейы менән генә сағыштырып була[1]

Шулай уҡ музейҙа 140 м² фрескалар, һындар, дүрт рим фонтаны, колонналар, стела һәм саркофагтар, һуғыш илаһы Марстың бронза статуяһы һаҡлана.

Музейҙың күргәҙмә залындағы ҙур интерактив экрандар аша Зевгма ҡалаһының тарихы, ҡаҙыныу эштәре тураһында мәғлүмәт алып була.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Museum of Roman Mosaics to Open in Turkey.
  2. Gaziantep Zeugma Mosaics Museum. Go Turkey. Turkey's Official Tourism Portal. Дата обращения: 9 ғинуар 2012. Архивировано 25 октябрь 2011 года. 2011 йыл 25 октябрь архивланған.
  3. Secret Turk heroes of Zeugma Mosaic Museum (3 ноябрь 2011). 9 ғинуар 2012 тикшерелгән. 2017 йыл 13 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Mehmet Önal: Mosaics of Zeugma. A Turizm Yayınları, Istanbul 2002. ISBN 975719994-X

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]