0%

Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә
автор Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Ижад итеү ваҡыты: 12.02.1878. Нәшер ителгән: 1897. Сығанаҡ: Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим. Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 288 б. — 80—81-се биттәр.


Остазым генерал Мирсалих
Биксуринға мәҙхиә
[1]


Сәләм башта һеҙгә, эй, мөғәллим,
Ҙур бәхеттәр беҙгә һеҙҙән был тәғлим[2].

Кәрәк эҙләүсе ғилемдән файҙа,
Ғәмәлһеҙ яҡшылар торманы пайда[3].

Миндәй ғәфләттән[4] һүнеүсе сыраҡты
Кире яндыр, күңел бирһә, теләкте.

Ырымбур йортона керһәм, ул шәһрә[5]
Ни булған инде, алһам чәнд бәһрә[6].

Шул ғилем баҡсаһында һин сәрри әфраз[7],
Ярҙамыңды күрһәт беҙгә, серең ас.

Зәһи кем алды бәһрә, булды чәһрә[8],
Минең эшем емешһеҙ, китте дәһрә[9].



Иҫкәрмәләр

  1. Китапта ҡыҫҡартып бирелгән.
  2. Тәғлим — уҡыу, өйрәнеү.
  3. Пайда — аяҡта; ныҡлы.
  4. Ғәфләт — ғәмһеҙлек.
  5. Шәһрә — данлыҡлы, билдәле.
  6. Бәһрә — бер ни тиклем емеш (өлөш).
  7. Сәрри әфраз — ҡалҡып торған серле бер фекер эйәһе (бикҙур ғалим).
  8. Зәһи кем алды бәһрә, булды чәһрә — емешеңде кем яҡшы (һәйбәт) алһа, шул булды яҡты йөҙлө (бәхетле).
  9. Китте дәһрә — ғүмер бушҡа уҙа.