0%

Даны ҡайтты иленә. Рөстәм Нурыев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Даны ҡайтты иленә
автор Рөстәм Нурыев
.Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите. 2013 йыл, 8 май


- Бына миңә лә сират етте, Латифа. Һуғыштың ҡыҙған мәлендә китәм, кире ҡайтыуым икеле. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға еңеләрәк булыр, Оло Аҡалағы туғандарың янында ҡалдырам. Йыйын, – райүҙәктән ҡайтып ингән Рамаҙан һүҙҙен ҡыҫҡа тотто.

- Һин бит фронтҡа аҙыҡ-түлек әҙәрләүсе, бронең бар. Йәшең дә оло, дүрт бала атаһы. Һуғышырға бөтөнләй кеше ҡалмағандыр инде улай булғас, – тип үрһәләнде үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ҡатыны.

Ғүмерендә күпте күргән Рамаҙан артабан һүҙ ҡуйыртып торманы. Кем урынына һәм кемдең фарманы буйынса фронтҡа оҙатылыуын район башҡарма комитетындағы танышы еткергәйне, әммә ҡатын кешегә ундай хәбәр һөйләү урынһыҙ. Тура һүҙле булды Ғилманов, бер ҡатлыраҡ түрәләр менән күп тапҡыр бәхәсләште. Райондан фронтҡа аҙыҡ-түлек әҙерләп ебәреүсе тулы хоҡуҡлы вәкилгә башҡаса сара юҡ ине шул.

Рамаҙан Ғилман улы Ғилманов Ҡыйғы районына ҡараған Абзай ауылында 1899 йылда донъяға килде. Тормош юлы ҡайҙа ғына ташламаны, дәүләт хеҙмәкәре булараҡ урындан урынға күсеп йөрөп эшләне. Дүрт балаһы дүрт урында тыуҙы. Ҡатынының ауылдаштары, үҙ-ара ҡушамат менән һөйләшергә күнеккән аҡалылар, “Кочевник кейәү, Абзай башҡорто,” – тигән атама ла таҡтылар үҙенә. Рамаҙан Ғилманов фронтҡа Мәсетле районы Һалҡын Шишмә ауылынан китте. Совет заманында нигеҙ һалынған ауылда алдынғы ҡарашлы, ышаныслы кешеләр төпләнгәйне, фронт өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек келәттәре лә шунда. Рамаҙан ҡулында келәт асҡыстары, ә балалары аслы-туҡлы. Выжданына ул тап төшөрмәне, бер кемгә лә тейешенән артыҡ мыҫҡал да он сарыф итмәне. Фронттағыларға күпкә ауырырыҡ икәнен яҡшы аңлай ине.

Һуғыш ауырлығын үҙ еләкәһендә лә татырға тура килде Ғилмановҡа. 1943 йылдың йәйендә фронтта хәлдәр бик киҫкен торҙо. Ҡайҙа инде хаттар яҙыу, ғәиләһенә ҡош телендәй сәләм дә килмәне. Оҙаҡ та тормай, өмөтләнеп көткән хат урынына, “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән рәсми ҡағыҙ алды Латифа. Яман хәбәр ине был, сөнки “юғалғандарға” шик менән ҡаранылар. Кем белә, бәлки ул дошман яғына сыҡҡан һатлыҡ йәндер. Йәшерен түгел, йән алмашына йәки тамаҡ хаҡына илен һатыусылар ҙа булды. Ҡара ҡайғы, яман сир Латифаның һаулығын тиҙ ҡаҡшатты, ире ҡушҡанса балаларҙы аяҡҡа баҫтыра алмайынса, вафат булды. Йәтим ҡалған үҫмерҙәр тырышып-тырмашып үҙ аллы күтәрелде. “Атайығыҙ хәбәрһеҙ юғалған” мөһөрө иңдәрен баҫһа ла – бирешмәнеләр. Хөкүмәт ташламаларын даулап йөрөмәнеләр. Ғәилә ҡорҙолар, балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уҡытып юғары белем бирҙеләр. Рамаҙандың ейән-ейәнсәрҙәре араһында дәүләт хеҙмәтен һайлаусылар ҙа бар. Илгә һәм халыҡҡа тоғро хеҙмәт итәләр, һөнәрҙәре буйынса үҙ эшенең оҫталары.

Ә Рамаҙан Ғилманов юғалманы, һатлыҡ йән дә булманы. Нәҫелле кеше илен ташламай ул. Висланың һул ярындағы Дороткин плацдармын кире бирмәҫ өсөн барған аяуһыҙ алышта батырҙарса һәләк булды Абзай башҡорто. 1944 йылдың 14 сентябрь көнө ине.

Бына икенсе ай инде ус яҫыуы ерҙә туҡтауһыҙ һуғыш бара. Дошман көн һайын яңынан-яңы һөжүм яһай. Ни өсөндөр үҙебеҙҙекеләр өҫтәлмә көстәр ебәрмәй. Алға китергә лә, йылға аша кире сигергә лә рөхсәт итмәйҙәр. Һуғыш стратегияһының нескәлеге инде был. Тимәк, ҡайҙалыр совет ғәскәре төп һөжүм әҙерләй, ә бында дошманды албырғаталар. “Исмаһам ғәилә ҡормаған йәш егеттәрҙе кире алмайҙар, бында ҡорбандар плацдармы бит,” – тип эстән генә әсенде Рамаҙан. Һәм үҙен аямайса иң беренселәрҙән булып сираттағы контратакаға ташланды. Немец һалдаттарының мәйеттәре тау-тау булып яталар, үҙебеҙҙекеләр ҙә бихисап. Бөгөнгө көнгә дүртенсе бәрелеш бит инде. Түҙемлеге лә, уяйлығы ла ҡалманы Рамаҙандың. Көсөргәнешлектән күҙенә ҡан һауған, бер нимәгә ҡарамай алға ынтыла. Шуны ғына көткәндәй, яугирҙе дошман пуляһы эҙләп тапты...

Әйе, Рамаҙанға күп осраҡта ғәиләһенә хат яҙырға форсат теймәне, ә яҙғандары ниңәлер тәғәйен еренә барып етмәне. Шуға күрә ул әле һаман яҙылмаған хаттар ебәрә. Һалдаттың бит тәне генә үлә, ә даны үлмәй. Йылдар үтһә лә халыҡ хәтерендә ҡала.

Рамаҙандың беренсе яҙылмаған хаты 1994 йылда ғына вариҫтарына килеп етте. “Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына Хәтер китабы”нда үҙенең хәбәрһеҙ юғалмауын, ә Польшаның Пулава өйәҙендә һәләк булыуын белдерҙе һалдат. Интернет селтәре киң таралғас, “Эҙәрмәндәр форумы” аша яңы мәғлүмәт тапшырыуға өлгәште. Исем шәрифен форумға теркәгән ейәненә Войцех Бещенски, Лариса, Юрий Ржевцев, Александр Новиченко исемле эҙәрмәндәр йәһәт кенә ярҙам итте. Рамаҙандың “хәбәрһеҙ юғалыуы” һәм “һәләк булыуы” тараһындағы хәрби донесенияларҙы “Мемориал” йыйынтығынан таптылар. Ерләнгән урынының һыҙмаһы ла бар икән. Һуңғараҡ икенсе ергә күсереп ерләнеүе лә билдәле булды. Һуғыштан һуң Польша ерендә ҡорбан булғандарҙың һөйәктерен махсус рәүештә “Совет яугирҙәре ҡәберлеге”нә күсергәндәр, әле лә тәрбиәләп торалар. Яугир Рамаҙан Ғилманов Козимеж-Дольны ҡалаһындаға хәрбиҙәр ҡәберлегендә ерләнгән, әммә исемлеккә индерелмәгән билдәһеҙ һалдат булып ҡалған. Вариҫтарының ризалығы менән Польшаның “Ҡыҙыл Тәре” ойошмаһы һәм Козимеж-Дольны ҡала хакимиәте яугирҙе 77-се ҡәбергә ерләнгән, тип теркәне. Ә ейәненең Люблин ҡалаһында йәшәгән һөнәрҙәше Войцех Жуховский, махсус рәүештә барып, һалдат ҡәберенә сәскәләр гөлләмәһе һалды, фоторәсемдәр төшөрөп ебәрҙе.

Үткән йыл яугирҙәшенең ейәне Александр Головин аша тағы бер яҙылмаған хат килде Рамаҙан Ғилмановтан. Дороткин плацдармында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Өсөнсө дәрәжәле Дан ордены” менән бүләкләнеүен хәбәр итте ул. “Мемориал” йыйынтығында булған бүләкләү ҡағыҙы һәм Рәсәйҙең хәрби архивы биргән белешмә буйынса ордендың тапшырылмауын раҫланы.

Мәғлүмәт таратыуҙың яңы технологиялыры иҫ киткес мөмкинлектәр аса. Йыраҡ араларҙы ла, ваҡыт айырмалыҡтарын да яҡынайта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған һалдаттар данын тыуған иленә ҡайтара.

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаҫ!