0%

БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ Уның эстәлеген кемдәр тулыландыра? Рөстәм Нурыев.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ. Уның эстәлеген кемдәр тулыландыра? (Мәҡәлә)
автор Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһы хакимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ихтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: "Киске Өфө" гәзите, ғинуар 2013 йыл, № 3. Сығанаҡ: Рөстәм Нурыев яҙмалары. БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ. Уның эстәлеген кемдәр тулыландыра?


* * *



Былтыр "Киске Өфө" гәзите биттәрендә интернеттағы башҡорт Википедияһы тураһында бер нисә тапҡыр һөйләшеү уҙғарылғайны. Мәғлүмәт биреүҙе дауам итәбеҙ. Белеүегеҙсә, Википедия - асыҡ эстәлекле интернет энциклопедияһы, уның мәғлүмәтен һәр кем бушлай ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата ала. Мәғлүмәт сығанағын эстәлек менән байытыу ҙа бушлай эшләнә һәм һәр кеше уны тулыландырыу, камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙып була. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре.Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 285 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 38 миллион теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 24 миллиондан ашыу мәҡәлә бар.

Википедияның башҡорт бүлегендә "Башҡортостан" исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Шул ваҡыттан алып ете меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән, 2012 йылда ай һайын уртаса 50-гә яҡын ҡатнашыусы яңы мәғлүмәт өҫтәгән. Декабрь айында Википедияның башҡорт бүлегенә 750 166 тапҡыр инеп, мәҡәлә уҡығандар. 2013 йыл башына 25 меңдән ашыу мәҡәлә яҙылған.
2012 йыл Башҡорт Википедияһы өсөн уңышлы осор булды. Донъя күләмендә киң танылыу тапҡан интернет энциклопедияһының башҡорт телендәге бүлеге лә үҙенең үҫеш стратегияһын билдәләне. Һуңғы йылда мәҡәләләр һаны һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә. Ике йыл элек, 2010 йылдың декабрендә, бүлектә ни бары 1000 мәҡәлә иҫәпләнә ине. Әммә 2011 йылдың йәйендә урыҫ, ҡаҙаҡ һәм немец телдәрендә эш алып барған хеҙмәттәштәре ярҙамында башҡорт википедиясылары махсус программалар ҡулланып, "мәҡәлә ҡойоу" ысулын үҙләштерҙе һәм шул йылдың 10 сентябрендә мәҡәләләр һаны 5 меңгә етте. 2012 йылдың ғинуарында 10 һәм 15 меңлек сикте үтеү ресурсҡа киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итте. Ә инде 30 октябрҙә 20 меңенсе, 20 декабрҙә 25 меңенсе мәҡәлә яҙылды.
2012 йыл дауамында бүлектә бик күп яңы ҡатнашыусылар теркәлде, улар араһынан 25 кеше әүҙемдәр исемлеген 69 берәмеккә еткерҙе. Һуңғы айҙа ниндәйҙер эшмәкәрлек күрһәткән, теркәлгән ваҡытынан ун һәм ундан күберәк төҙәтеү индергән кешеләр әүҙем тип иҫәпләнә һәм был иҫәп тәртибе бөтә тел бүлектәрендә бер төрлө. Бүлектәрҙең күләме мәҡәлә яҙыусылар һанына тура бәйле икәне билдәле. Былтыр декабрҙә инглиз телендә - 790935, француз телендә - 83046, япон телендә - 68 919, урыҫ телендә - 55525, төрөк телендә - 12 399, әзербайжан телендә - 1210, ҡаҙаҡ телендә - 643, үзбәк телендә - 133, татар телендә - 120, саха телендә 82 кеше әүҙем ҡатнашыусы булып иҫәпләнгән.
Башҡорт Википедияһында яңы ҡатнашыусылар менән аралашып, уларҙың фекер-һүҙен "Киске Өфө" гәзите уҡыусылары иғтибарына еткермәксе булдыҡ:

Ilacin, йәки Ринат Шархиев, Мәскәү ҡалаһынан. Башлыса яңы мәҡәләләр яҙа. 2012 йылда теркәлгән ҡатнашыусылар араһында, 26 көн эсендә, төҙәтеүҙәр һаны буйынса беренсе урынға сыҡты:
- Балаҡатай районы Ямаш ауылында тыуғанмын. Ете йәшкә тиклем Ҡурғаш ауылында йәшәнек. Беренсе кластан Өфө ҡалаһында 20-се башҡорт ҡала гимназияһында уҡыным, 9-сы кластан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алдым. Барыбер ҙә башҡорт телен урыҫ теле аша өйрәнергә тура килде. Университетта уҡығанда башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса һүҙлектәрҙе ятланым. Уларҙың иң ҙуры 20 мең һүҙҙән тора ине. 2000 йылда БДУ-ла тарих факультетын тамамланым. Һуңғы ваҡытта Мәскәүҙә сканер операторы булып эшләйем. Википедияны уҡырға яратам, сөнки унда мәғлүмәт күп. Унда мәҡәләләр яҙыу миңә ҙур ҡәнәғәтлек бирә. Башҡорттарыма нимә әйтергә теләйем, шуны яҙам. Күп һүҙҙәргә үҙем аңлатма бирәм. Минең фекерләүемсә, Башҡорт Википедияһында белемле, илһөйәр кешеләр яҙыша.

Ләйсән, Сибай ҡалаһынан. 2012 йылдың декабрь айында "Һайланған" дәрәжәһе алған, "Лимон" исемле мәҡәләне тәржемә итеүсе:
- Минең исемем Ләйсән. Сибай ҡалаһынанмын. Иртән яратҡан эшемә юлланам, ә кис, яратҡан шөғөлөмде һағынып, өйөмә йүгереп ҡайтам. Шөғөлөм - тәржемә итеү.
"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Павел Дуровтың Википедияға ярҙам итеүе тураһында уҡыным. Бынан алда ла ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләгәндә Википедияға юлыға торғайным. Унда тел бүлектәре, бигерәк тә башҡорт теле бүлеге барлығын күҙ алдыма ла килтермәй инем.
Ноябрь байрамдарында "Бәйләнештә" селтәрендә башҡорт төркөмдәрен ҡараштырып ултырғанда бер төркөмдә Рөстәм Нурыевтың ярҙам һорап яҙған хәбәрен күреп ҡалдым. Бер нисә минут уйлағас, ярҙамымды тәҡдим иттем һәм шунда уҡ яуап алдым. Мин Википедия тураһында ысынында бер нәмә лә белмәй инем. Миңә ентекле итеп аңлата башланылар һәм мин ундағы эшмәкәрлегемде еңеленән - мөхәррирләүҙән - башлап киттем. Бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс эште ял көндәренән һуң да дауам иттем. Мәҡәлә яҙыуға йәки тәржемә итеүгә өндәһәләр ҙә, баҙнат итмәнем, сөнки быға тиклем Word-та ғына эшләнем. Әммә браузерҙарҙа автоматик тәржемәселәр (Гугл тәржемәсе ҡоралы) эште еңеләйтте. Тәржемә итеп бөткән тексты Википедия мәҡәләһе форматына күсереү мөмкинлеге бар. Тәржемә итеү өсөн электрон китаптар, һүҙлектәр менән ҡулландым.
Мәктәптә үк башҡорт теле, мәҙәниәтенә һөйөү, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләнгәйне миндә. Был тәрбиәлә атай-әсәйемдең, ҡартатай-ҡәртәсәйемдәрҙең, уҡытыусыларымдың өлөшө ҙур. Маҡсатлы, тормошта үҙ юлын табып, алға ҡарап йәшәүсе кешеләр менән һоҡланам. Интернетта башҡорт телендәге, башҡорт халыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күберәк булыуын теләйем. Шуның өсөн дә мин Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлегенә ҡушылдым. Был эш миңә бик оҡшай. Бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышам. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте тураһында ҡыҙыҡһынам. Туған телемә булған һөйөүем, ғорурлығым тағы артты. Хәҙер Википедияны яратып - Вики тип, ә башҡорт теле бүлеген - БашВики тип атайым.

Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһынан. Башҡорт телле интернет проекттарҙың Ағинәйе. Башҡорт телендә Википедия, Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә төҙөүсе:
- Википедияға килеп инеүем компьютер төшөнсәләрен башҡортсаға тәржемә итеүҙән башланды. Шунда күреп ҡалып, егеттәр мине интернет донъяһындағы энциклопедияны эшләүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Үҙ алдыма байтаҡ нәмәгә өйрәнергә тура килде, бигерәк тә Вячеслав Чернев күпте аңлатты, рәхмәт уға. Башта һүҙлектәр эшләү менән мауығып киттем, "Монголса-башҡортса һүҙлек" менән бер рәттән, Төрөксә-башҡортсаһын да башланым. Викикитапхана бүлеге барлыҡҡа килгәс, унда төрлө әҫәрҙәр урынлаштырҙым. Ваҡыты-ваҡыты менән Викиөҙөмтәләге "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре" бүлеген дә тулыландырып торам. Бигерәк тә Википедияла мәҡәләләр эшләү оҡшай. Уларҙы әҙерләгәндә үҙем өсөн көтөлмәгән асыштар эшләп, шаҡ ҡатҡан саҡтар ҙа була. Мәҫәлән, сыр тураһындағы мәҡәлә яҙғанда күҙләнсек сырҙары (сычужный) әҙерләүҙә 10 көнө лә тулмаған быҙауҙарҙан алынған фермент файҙаланыуҙары тураһындағы хәбәр тетрәндерҙе.
Мәҡәләләр әҙерләгәндә мөмкин тиклем республикабыҙға, милләтебеҙгә бәйле мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итергә тырышам. Мәҫәлән, "Йөҙөм" тигән мәҡәләне әҙерләгәндә был нәзәкәтле үҫемлекте беҙҙә, Башҡортостанда, 110 йыл әүәл үк үҫтерә башлағандарын яҙҙым. Һүҙ араһына ауыҙ-тел ижады өлгөләрен дә ҡыҫтырып ебәрәм. Шулай уҡ сит илдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә телебеҙҙең фонетик мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға кәрәк, тип инанам. Ни өсөн әле беҙ Һамбургты - Гамбург, Һиллариҙы - Хиллари тип яҙырға тейешбеҙ? Мәҫәлән, Гонконг ҡалаһы тураһында мәҡәлә яҙа башлағас, уның инглиз хәрефтәре менән Һоңкоң тип яҙылғанына иғтибар иттем. Һәм башҡорт телен, шулай уҡ ҡытай иероглифтарын белгән япон егете Ютонан (беҙ уның менән хәбәрләшеп торабыҙ) һүҙҙең яңғырашын белештем. Ул ысынлап та иероглифтарҙың Һоңкоң тип яҙыуға тура килеүен раҫланы.
Тағы шул: махсуслашҡан тармаҡ һүҙлектәре етешмәүе бәкәлгә һуға, мәҫәлән "Тура эсәк" тураһында мәҡәлә әҙерләгәндә, "Восходящая ободочная кишка" тигәнде нисек тәржемә итергә, тип, кис буйы баш ватырға тура килде. "Виноградная лоза" тигәне лә баш ҡатырмалы. Нисек тәржемә иткәнде белгегеҙ килһә, Википедияны асып ҡарарһығыҙ, тип көтәм. Бик тә бик мауыҡтырғыс донъя ул - Википедия!

Boltwatts, йәки Юто Һишияма, Токио ҡалаһынан. Япония сит ил телдәре университетының төрки телдәре бүлеге талибы (башҡорт телендәге хәбәрҙе үҙаллы яҙҙы):
- Минең исемем Юто. 1990 йылдың 10 авгусында Японияның баш ҡалаһы Токиола донъяға килгәнмен. Тыуған телем - япон теле. Инглиз, төрөк, татар һәм башҡорт телдәрен уртаса кимәлдә беләм. Ҡайһы ваҡытта Башҡорт Википедияһын уҡыйым. Мин унда ҡулланыусы битендә теркәлдем, үҙем тураһында яҙҙым. Тиҙҙән яңы мәҡәлә яҙа башларға уйлайым. Тик Википедияға яҙыу минең өсөн бер аҙ ауырыраҡ әле.

Neek02, йәки Рәсүл, Нефтеюганск ҡалаһынан. Яңы ҡатнашыусыларҙан әүҙемдәр исемлегенә инеүсе:
- Тыуған көнөм - 9 август 1991 йыл. Сығышым менән Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. 2005 йылдан башлап ғаиләм менән Нефтеюганск ҡалаһында йәшәйем. Төмән нефть һәм газ дәүләт университетында уҡыйым. Әлегә магистр дәрәжәһенең 1-се курсындамын. "Ҡыҙыл" дипломға өмөт бар.
Икенсе төбәккә йәшәргә күскәс, туған телдә өйҙә генә һөйләшеү иң ауыры булды. Башҡортостанда йәшәгәндә кешеләр менән көн дә туған телеңдә аралашаһың: йә мәктәптә, йә магазинда, йә күршеләр менән. Сит-ят ерҙә туған телдең ҡәҙере нығыраҡ беленә икән. Ярай әле, интернет бар, яратып Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарайбыҙ, "Юлдаш", "Ашҡаҙар" радиоһын тыңлайбыҙ, "Киске Өфө" гәзитен уҡыйбыҙ. Мин башҡортса йырҙарҙы йыш тыңлай башланым, туған телдә үткән төрлө концерттарға мотлаҡ йөрөйөм. Башҡорт телендә ҙур ғына йырҙар йыйынтығым бар. Берәй яңы йыр ишетеп ҡалһам, интернет буйлап тиҙ генә эҙләп алып, өйрәнә һалам.
Шуны әйтергә кәрәк, беҙ йәшәгән төбәктә башҡорттар, татарҙар байтаҡ. Ләкин телде өлкән йәштәгеләр генә белә һәм аралаша, ә йәштәрҙең ҡайһылары аңлай, ләкин һөйләшмәй, ә күбеһе бөтөнләй телде белмәй. Шуның өсөн интернетта башҡорт телендә төрлө-төрлө мәғлүмәт сығанағы булыуы бик мөһим. Башҡорт телендәге Википедияны осратып бик ҡыуандым, ә унда мин Гуглда "Башҡорттар" һүҙен эҙләгәндә барып сыҡтым. Баҙнат итеп, Википедияла яҙышырға өйрәнә башланым, "Автомобиль" исемле мәҡәлә тәржемә итеп ҡараным. Ул мәҡәлә минән һуң үҙгәртеп, яҡшыраҡ итеп яҙылды. Техник терминдарҙы башҡортса белмәүем эште ҡатмарлаштыра. "Башҡорт теленең машина фонды" исемле сайттағы "Урыҫса-башҡортса һүҙлек" менән ҡулландым. Әммә унда ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тапманым һәм сайт та бик әкрен эшләй. Серверҙың көсө етмәй, ахыры, "йоҡлай" ҙа китә. Техника, нефть һәм газ тармағы төшөнсәлеренең башҡортса һүҙлектәре бармы икән? Тәбиғәт байлығы булған нефть-газ торбаларына "атланған" олигарх ағайҙар башҡортса һүҙлектәр төҙөүсе ғалимә апайҙарға әҙерәк-күберәк аҡса бирһә, бәлки, ундай һүҙлектәр интернетта булыр, ә серверҙар "йоҡламаҫ" ине.
Минең артабан Википедияла яҙышыу теләгем ҙур. Өфөләге БашАрт фирмаһынан "Башҡортса ВикипедиЯ яҙам" тигән футболка һоратып алдым.

Archaeodontosaurus, йәки Дидье Дескуэн (Didier Descouens), Тулуз ҡалаһынан (Франция). Википедия мәҡәләләренә фоторәсемдәр ҡуйыусы (француз теленән Гугл тәржемәсе аша хәбәр итә):
- Мин врач һәм тәбиғи фәндәр ғалимымын. 1957 йылда Тулуз ҡалаһында тыуғанмын, әле лә шунда йәшәйем. Ҡолаҡ ауырыуҙары буйынса белгес булып эшләйем. Палеоантропология буйынса ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнәм. Википроекттар менән өс йыл мауығам. Ирекле мәғлүмәт таратыу сиктәрендә Тулуз музейы менән хеҙмәттәшлек итәм. Мин Феб (Light) исемле проект әҙерләнем. Был проект буйынса Тулуз музейы коллекцияһын фотоға төшөрҙөк һәм ирекле ҡулланыуҙа булған COMMONS исемле видео, аудио, фотофайлдар йыйынтығына һалдыҡ. Бөтәһе 1671 фоторәсем. Шул фоторәсемдәрҙе 330 википроектҡа урынлаштырыу буйынса әүҙем эшләйбеҙ, шул иҫәпкә былтыр башҡорт Википедияһын да ҡуштыҡ. Әлеге ваҡытҡа донъялағы бөтә проекттарҙың 115421 викимәҡәләһендә беҙҙең фоторәсемдәр урынлаштырылған. 2012 йылдың декабрь айында беҙҙең фотография ҡуйылған мәҡәләләрҙе 2 409500 тапҡыр уҡынылар. Ғинуар айы һуңында Тулуз ҡалаһының Халыҡ университетында Феб проекты өлгөһөндә ирекле мәғлүмәт таратыу тәжрибәһен уртаҡлашыу буйынса конференция үткәрәм.
Ғилем донъя халыҡтарының дөйөм байлығы, ул беҙҙең уртаҡ телебеҙ. Төрлө милләттәрҙе ысынында берләштереүсе нигеҙ. Ғилем ирекле һәм бушлай таратылырға тейеш. Барлыҡ кешеләр үҙ көсөн йәлләмәй, шуға ынтылһын ине, сөнки был замананың иң алдынғы ҡарашы. Тик ирекле мәғлүмәт таратыу проекттары нигеҙендә әле мин ер шарының икенсе башындағы башҡа милләт кешеһе менән аралашам, ҡыуанысымдан күңелем тулыша. Белем беҙҙе шулай туғанлаштыра, берләштерә. Башҡорт халҡына шуны әйткем килгәйне: "Әле бөгөн иртән һеҙҙең барлыҡты, Башҡортостан Республикаһы барлығын белмәй инем. Әммә һеҙҙең барлыҡты белмәйенсә, дөйөм Феб проекты нигеҙендә, Башҡорт Википедияһы өсөн эшләгәнмен булып сыҡты. Һәм һеҙҙең минең эшемде күреп баһалауығыҙ, бәйләнешкә сығыуығыҙ, викиэшмәкәрлегем тураһында башҡорт гәзитендә хәбәр итергә теләүегеҙ минең өсөн бер ниндәй байлыҡҡа алыштырғыһыҙ оло бүләк булды. Рәхмәт".

Halan Tel, йәки Николай Павлов, медицина фәндәре кандидаты, Якутск ҡалаһынан. Саха Википедияһы хакимы:
- Ҡәҙерле башҡорт дуҫтар! Саха Википедияһында ҡатнашыусылар исеменән ҡайнар сәләм! Беҙҙән бик йыш "Википедия нимәгә кәрәк?" тип һорайҙар. Яуабы ябай ғына һымаҡ: "Кешеләргә уларҙың туған телендә мәғлүмәт биреү өсөн." Әммә бындай яуап Википедияның әһәмиәтен тулыһынса асып бөтмәй. Беҙҙең уйыбыҙса, Википедия туған телдәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн бик тә кәрәк. Саха һәм башҡорт теленә әлеге ваҡытта донъяла киң таралған телдәр тарафынан ҡаты баҫым яһала. Шуның өсөн беҙҙең йәштәребеҙ үҙ телен ихтирам итһен, ҡәҙерен белһен, телде өйрәнһен өсөн компьютер технологияларында, интернетта туған телдәрҙе ҡулланыу мөмкинселектәре киң булырға тейеш. Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡорт Википедияһын яҙығыҙ, уны мәғлүмәтле һәм ышаныслы итеп төҙөгөҙ. Был изге эштә һеҙгә ижади уңыштар теләйем.

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.


2013