0%

Йәшәү мәғәнәһе – изгелек ҡылыуҙа. Рөстәм Нурыев.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәшәү мәғәнәһе – изгелек ҡылыуҙа. (Мәҡәлә)
автор Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһы хакимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ихтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: "Ағиҙел" журналы, июль 2012 йыл, № 7. Сығанаҡ: Рөстәм Нурыев яҙмалары. Йәшәү мәғәнәһе – изгелек ҡылыуҙа.


* * *



“Мәсетле ере гүзәл тәбиғәтле, әммә райондың уңған, тыңғыһыҙ кешеләре унан да гүзәлерәк. Әллә ниндәй мәнфәғәт көҫәмәй, маҡтауҙар талап итмәй, һәр ваҡыт игелек ҡылып йәшәйҙәр”. (1965 – 1972 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе сәркәтибе Абрар Мәсәлим улы Саҙретдиновтың райондың 80 йыллығына арналған сығышынан.)
Ысынлап та, уңған, тынғыһыҙ мәсетлеләр менән күп аралашҡаным бар. Күңелемде бигерәк тә сәнғәт, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә эшләүселәр арбай. Улар өсөн рухи байлыҡ матди байлыҡтан өҫтөн булғанғалыр инде. Шундай шәхестәрҙең береһе Марат ағай Ғафаров менән әңгәмәләшеү, борсоған һорауҙарға яуап алыу бәхетенә ирештем. Һөйләшеү шул тиклем фәһемле булды, тәьҫораттарҙы ҡағыҙға теркәмәйенсә булдыра алманым.

Марат Фазлетдин улы Ғафаров – районыбыҙҙың Борғатъя ауылында 1942 йылдың 30 июлендә донъяға килгән. Мәғрифәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы.

Яҡташыбыҙ 1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап,1965 йылда “Салауатнефтехим” комбинатында эш башлай. 1970 – 1971 йылдарҙа Мәсетле районының “Уңыш” ирекле спорт йәмғиәте рәйесе була. 1971 йылдан Марат Фазлетдин улы уҡытыуға күсә, Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, 1986йылдан Мәсетле районы халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире, 2004йылдан Оло Ыҡтамаҡтағы 2-се урта мәктәп музейы етәксеһе, ә 2009 йылдан райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе вазифаларында эшләй. “Әйле башҡорттары” (1993), “Ғәзиз тыуған яғым – Мәсетле” (2010) һәм “Мәсетле ере тарихҡа бай” (2012) исемле китаптар авторы. Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты (2007), I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты(2002, 2007).

– Марат ағай, Һеҙ күптәргә мәғрифәтсе генә түгел, ә тынғыһыҙ эҙләнеүсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ билдәле. Киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләрегеҙ күренеп бара,китаптарығыҙ нәшер ителә. Бер йырҙа “Тынғыһыҙлай бик йыраҡта, ирешелмәгән теләктәр”, – тип йырланыла. Нисек уйлайһығыҙ: теләктәргә ирешеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Кеше теләге – икһеҙ-сикһеҙ даръя ул. Һәр теләге тормошҡа ашып торһа, әҙәм балаһы ожмахта йәшәр ине. Хоҙай башта әҙәмгә ожмахта йәшәү хоҡуғы биргән, әммә ҡушҡан тәғлимәтте Иблис ҡотҡоһо менән боҙоуы арҡаһында Хоҙай Тәғәлә уны ергә төшөрә. Шулай ҙа кешене иң аңлы, иң көслө, фекер ҡеүәһенә эйә булыусы итеп ҡалдыра, ерҙә үҙ көнөн үҙе хәстәрләп йәшәү ирке бирә. Кешенең йәшәү фәлсәфәһе, уның теләктәре шуға бәйле, тип уйлайым. Унда һәр ваҡыт ирекле донъя көтөү, үҙ теләген өҫтөнөрәк күреү уйы алдан йөрөй. Әммә кешелек йәмғиәтендә йәшәп, унан азат булып булмай. Һәр шәхес үҙ илендә, үҙ мөхитендә,үҙ ҡәүемендә булған йола-тәртиптәргә, ҡанундарға бойһоноп йәшәргә бурыслы.Бындай сәйәсәт элек-электән килгән һәм йәмғиәт ҡоролоштары (тәүтормош, община,ҡол биләүселек, феодализм, капитализм, социализм) ошоно дәлилләй. Элек шулай булған һәм киләсәктә лә шулай дауам итәсәк. Кеше шул фәлсәфәне аңлаһа, үҙ иркен, үҙ теләген башҡаларҙыҡынан өҫтөн ҡуймаһа, улар менән бер кимәлдә тотһа,донъя иркенерәк һәм тынысыраҡ буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек быны аңларға теләмәй, шуға күрә кешелек йәмғиәте ожмахтан алыҫлашҡандан-алыҫлаша.

Әйткәндәй, үрҙә иҫкә алынған йәмғиәт ҡоролоштарының тарҡалыуына ла төрлө теләктәрҙең тап килмәүе түгел, ә бер-береһен һанға һуҡмауы алып килде. «Бөтәһе лә бер тигеҙ», – тигән социализм сәйәсәтен дә шул уҡ афәт юҡҡа сығарҙы, тигеҙлек хөрриәте хыял ғына булып ҡалды. Сөнки, төрлө ҡараш-фекер айырмалығын бер ҡалыпҡа һалырға, бөтәһе менән дә бер баштан сығып идара итергә тырыштылар. Кешеләрҙә тигеҙлек, берҙәмлек тойғолары тәрбиәләнек, уларҙы яҡшылыҡҡа, игелеккә өндәнек. Әммә «юғарылағы» ике йөҙлөлөк сәйәсәте,йәмғиәттәге кире күренештәр: алдашыу, көнсөллөк, көсһөҙҙө йәберләү, олоно,кесене хөрмәт итмәүҙе көсәйтте. Һөҙөмтәлә яман ҡылыҡтар йәмғиәтте көтөлмәгән упҡынға ташланы. Әле баҙар иҡтисады, «ҡулланыусылар мәнфәғәте» сәйәсәтен алға һөрәбеҙ, кешенең тәмле ашап, татлы йәшәү теләген оҫта файҙаланған байлыҡ йыйыусылар сәйәсәте икәнен аңлап еткермәйбеҙ. Рухи байлыҡтың матди байлыҡтан юғарыраҡ икәнен инҡар итәбеҙ. Аҡса ҡолдарының самаһыҙ шашыуы ярлылар менән байҙар синыфтары барлыҡҡа килтерҙе. Әле һаман ике йөҙлө булып ҡалабыҙ. «Йәмғиәт мәнфәғәте!» тип һөрән һалабыҙ ҙа шәхси мәнфәғәтебеҙҙе алға этәрәбеҙ. Был күренештәр илебеҙҙең, донъяның киләсәге хаҡында борсоуға һала, сөнки берәүҙәр икенселәрҙең фекерен ишетмәй, ҡарашын һанға һуҡмай.

Кеше был донъяға байлыҡ тупларға түгел, ә игелек ҡылыу өсөн тыуа. Башҡарған ғәмәлдәренең дәүмәле мөһим түгел, ә изге булыуы мөһим. Был –уның ерҙә ҡалдырған эҙе. Тәбиғәт ҡанундарына буйһоноп йәшәргә, уны ҡурсаларға,һаҡларға, үҙ нәҫелен дауам итергә, йәмғиәт мәнфәғәтен инҡар итмәҫкә бурыслы.Кеше йәмғиәттән айырым йәшәй алмай һәм уны бәләкәйҙән быға әҙерләү, һәр баланы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу зарур. Йәғни, баланың нәҫеле,аймағы, ауылы, милләте тарихын белеп үҫеүе маҡсатҡа ярашлы. Оло быуынға хөрмәт менән ҡарау, башҡаларға кеселекле, ярҙамсыл, ғәҙел булыу, хеҙмәткә күнегеү,яратҡан һөнәр һайлау тормошта уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә, абруй, хөрмәт ҡаҙандыра. Йәшәйештең ябай ҡағиҙәләрен үтәү теләктәргә ирештерә, әммә, бөтәһенә лә түгел. Кеше шулай ҡоролған: уға һәр ваҡыт нимәлер етмәй.

Мин – романтиктар быуыны, һуғыш осоро балаһы. Беҙ хыял шишмәһендә йөҙөп тәрбиәләндек, шуға ла бөтә теләктәребеҙ тормошҡа ашманы, әммә рухи донъябыҙҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Әле лә, ирешелмәгән теләктәрҙе үтәү өсөн, үҙемсә тырышҡан көнөм.

– Мәғрифәтсе академик Бестужев-Лада бер мәҡәләһендә: «Һәр милләттең үҙ пәйғәмбәре бар», – тип әйтә.Һеҙ шуның менән килешәһегеҙме?

– Мәғариф өлкәһендә эшләгән күренекле ғалим Бестужев-Лада хаҡында совет заманында уҡ белә инем, әммә уның иҫкә алынған мәҡәләһе менән таныш түгелмен. Шулай булғас, ғалим фекерен туранан-тура аңлата алмайым, әммә мине лә дин-тәрбиә тураһында уйҙар борсой. Беҙ атеизм дәүләтендә тәрбиә һәм белем алдыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, күңелемдә өләсәйемдең «Аллам», «Хоҙайым»,«Тәңрем» тигән һүҙҙәре хәтерҙә ныҡ һеңеп ҡалған. Бала саҡта Тәңре төшөнсәһен аңламай инем. «Хоҙай» һүҙенең ғәрәпсә Алланың синонимы, иң бөйөк зат булыуын беләм. Пәйғәмбәр төшөнсәһе лә ғәрәпсәнән алынған, дингә нигеҙ һалыусы тигәнде аңлата. Ҡөрьән-Кәрим китабы һүҙлегендә 23 пәйғәмбәр исеме теркәлгән. Иң һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт – ғәрәп донъяһында дин һәм дәүләт эшмәкәре, тиелә.Христиандарҙа Иисус Христос – Ғайса пәйғәмбәр, Мәрйәм улы Әл-Мәсих Ғайса, тип теркәлгән. Иң боронғо пәйғәмбәр булыуына ҡарамаҫтан, Будда исемлектә юҡ. Шулай уҡ төрки ҡәүемдәренең Тәңре Аллаһы ла дини исемлеккә индерелмәгән. Сөнки, Тәңре дине Христиан дине өҫтөн булған саҡта уҡ изге китаптарға индерелмәй, төшөрөп ҡалдырылған. Христиандар быны «төркиҙәр мәжүсилек, шаманлыҡ менән шөғөлләнә»тип аңлата. Минеңсә, ысынбарлыҡ иһә башҡасараҡ. Фараздарым мәртәбәле тикшеренеүселәрҙең ғилми эштәренә нигеҙләнә. Шуларҙың береһе – Морат Аджиҙың«Ҡыпсаҡ яланының әреме» исемле мөһим сығанаҡтарға таянған китабы.

Тәңре динен төркиҙәр беҙҙең эраға тиклем Индра (Тәңре)образында ҡабул иткән, изге тау Кайласҡа барып табынғандар. Легенда буйынса тауҙар ҡанатлы булып осоп йөрөгән, ә Индра ул ҡанаттарҙы ҡырҡҡас, тауҙар ҡатып ҡалған. Төркиҙәр Европаға Тәңре динен, йолаларын килтергән. Әрмәндәр беренсе булып, унан һуң башҡа милләттәр был динде ҡабул итеп, үҙҙәренсә үҙләштергән.Артабан иһә Тәңре онотолоуға дусар ителә, сөнки донъяның яңы хужалары элек ҡол булыуҙарын оноторға теләй. Ләкин донъяла бер мәғлүмәт тә онотолмай, сөнки Йыһан– үҙе мәғлүмәт һаҡлаусы, уны кешеләр хәтеренә еткереүсе. Шунлыҡтан бер хәҡиҡәтте икенсеһе менән баҫтырып ҡуйыу мөмкин түгел. Береһен юғары күтәреп,икенсеһен төшөрөргә маташыу ҙа ваҡытлыса ғына. Ваҡыт арауығы бик ҙур булыуы мөмкин әлбиттә, әммә ысынбарлыҡ үҙ урынына барыбер ҡайтасаҡ. Шулай булғас, бер ваҡытта ла өҫтөнлөк көҫәргә ярамай, ә һәр хәҡиҡәтте аңлап, уның барлығын инҡар итмәй йәшәү фарыз.

Христиан дине Тәңре диненән Атилла ваҡытында уҡ үҙләштерелгән,тип аңлатыла. Был фараз Христиан динендәге йола-ритуалдар, сиркәү ҡулланған исемдәр-һүҙҙәр төрки сығышлы булыуы менән дәлилләнә. «Икона» төркисә айырым әйберҙе анлата, «Бог» – «мәңгелек», «йыһан», «донъя», «тыныслыҡ» тигән мәғәнәне бирә. «Кадило», «потир», «колокол», «псалтырь», «алтарь», «аминь», «парча»,«епанча», «колобок», «кафтан» һ.б. бихисап һүҙҙәр төрки теленән алынған.

Ғөмүмән, христандарҙың, немецтың, урыҫтың тәреһе – барыһы ла Себерҙән, Алтайҙан сығыуы, Тәңре дине тәреһе булыуы билдәле. Тәңре дине тәреһенең дүрт яғы ла тигеҙ, тимәк, донъяның дүрт яғы ла тигеҙ икәнде аңлата. Быны дәлилләү өсөн төрки халыҡтар ҡулланған биҙәү орнаменттарына күҙ һалыу ҙа етә.

Минеңсә, һәр дингә нигеҙ һалыусы булған. Динде таратыусы,тәү дин пәйғәмбәре һәр милләттеке лә булғанмы, булырға тейешме, тигән һорау тыуа. Бөтә диндәр ҙә һуғыш аша, көс менән таратылыуы билдәле. Бында бер ҡәүемдең икенселәрҙе бойһондороу теләге тора. Ошо күҙлектән ҡарағанда, минеңсә, һәр милләттең үҙ пәйғәмбәре булыуы бәхәсле, сөнки, күп милләттәр, яулап алыныу аша башҡа халыҡтар тарафынан буйһондоролоп, еңеүсенең динен, пәйғәмбәрен ҡабул иткән. Боронғо төркиҙәр Христиан һәм Ислам динен танып, үҙ Тәңреһен онотҡан. Шуға ла Тәңре уларҙан баш тартҡан. Һөҙөмтәлә, үҙ Аллаһын юғалтҡандарҙы кәмһенеү, ғазаплы буйһоноу яҙмышы көтөп, төркиҙәр бөтә донъяға һибелергә мәжбүр булған.

Башҡорт халҡына килгәндә, уның милләт булып ойошоу тарихынан сығып, былай күҙаллайым. Ата-бабаларыбыҙ Урал ерлегендә формалашҡан арий тоҡомдары (мадъярҙар) менән Алтайҙан күсенгән төркиҙәр менән аралашыу, бергә йәшәү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән төрки ҡәүеме булараҡ, оҙаҡ дәүер үҙ Аллаһын,үҙ пәйғәмбәрен онотмаған, Тәңрегә инанған. Ә һуңынан, ғәрәп миссионерҙары Ислам динен, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе тәҡдим иткән. Шулай ҙа Ислам дине Алтын Урҙа заманында ғына ҡабул ителгән. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, был хәл кисә генә булған, тип тә әйтергә мөмкин. Ғөмүмән, Исламдың суфыйсылыҡ ағымы тарихи Башҡортостанда ныҡ таралған була. Быны ла, башҡорттарҙың, төрки халыҡтарҙың Ислам динен Тәңре диненә яраҡлаштырыуы, тип әйтеүселәр бар.

Шулай итеп, халыҡ хәтере боронғо Тәңре динен һаҡлап ҡалған.Пәйғәмбәре Урал батыр тураһында шиғри ҡобайыр ижад иткән. Урал образында,тыуған илендә йәшәгән башҡорт ҡәүеменең донъяға ҡарашы формалашыуы, яманлыҡ менән яуызлыҡ, фанилыҡ менән баҡыйлыҡ фәлсәфәһенең көрәше кәүҙәләнә. Урал – фани донъяны, Шүлгән (Үлгән) – теге донъя батшалығын билдәләй. Эпостың төп мәғәнәһе– тәбиғәттең мәңгелеклеге. Тәбиғәттең бер өлөшө, аңлы зат булараҡ тәбиғәтте ҡурсалау бурысы кешегә йөкмәтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя кимәлендә ҡарағанда, ул үҙен тәбиғәттән өҫтөн ҡуйып, тәбиғәтте үҙ мәнфәғәтенә буйһондороу өсөн тырыша. Әммә был мөмкин түгел, сөнки өлөш бер ваҡытта ла бөтөндән ҙурыраҡ була алмай. Тәбиғәт быны раҫлап, кеше алдына яңынан-яңы ҡатмарлыраҡ кәртәләр ҡуя, быға тиклем билдәле булмаған афәттәр ебәрә.

Башҡортто ҡайһы ваҡыт, әүҙем түгел, бошмаҫ, тип әйтәләр.Быны мин насар сифат итеп түгел, ә халыҡ күңелендә юйылмаған хәтер – самалы тормош фәлсәфәһе ятыуында күрәм. Тәбиғәттән артығын алмай, киләсәк быуынға һаҡлап ҡалдырыу өсөн ошолай йәшәргә дусар ителгән ул. Тимәк, халыҡ тәбиғәттән айырылмаған, уны буйһондорорға ла тырышмай. Башҡорт милләте үҙ пәйғәмбәре итеп эпостағы Уралды таныһа, Тәңре – илаһи зат онотолмаған булып сыға. Башҡорт халҡы артабан да үҙ динен, үҙ пәйғәмбәрен, үҙ фәлсәфәһен инҡар итмәһә, киләсәге лә ыңғай буласаҡ. Шул тәғлимәтте башҡорт халҡына ғына түгел, ә башҡа милләттәргә лә еткергән ғилми һәм әҙәби әҫәрҙәр күберәк ижад ителһен ине. Был йәһәттән башҡорттарҙың бик боронғо ҡәүем булыуын, уның тормош фәлсәфәһен яңы күҙлектән өйрәнеп, донъя кимәленә сығарған Салауат Ғәлләмовтың хеҙмәттәрен баһаламау мөмкин түгел.

– Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ. Изгелек ҡасан яуызлыҡты еңер? Ғөмүмән, яманлыҡҡа ҡаршы көрәш нимә ул?

– Был һорау бөтә кешелек йәмғиәтен борсой, сөнки яҡшылыҡ(игелек) һәм яманлыҡ (яуызлыҡ) араһындағы көрәш донъя яралыу менән башланған.Кеше аңлы биологик зат булыуы менән үҙенсәлекле, уға ҡараштар төрлөлөгө хас,сөнки бөтә кешеләр ҙә бер иш түгел. Йәшәйештә бер-береңдең ҡылыҡтарын ҡабул итеү йәки итмәү яҡшылыҡ һәм яманлыҡ күренештәрен барлыҡҡа килтерә лә инде. Шул күҙлектән сығып ҡарағанда, яманлыҡты еңеп булмай кеүек, сөнки берәү яҡшылыҡ тип уйлаған эш икенсе кеше тарафынан яманлыҡ тип ҡабул ителә. Әйтәйек, берәүҙәр тәбиғәтте кеше мәнфәғәтендә сикһеҙ файҙаланыуҙы яҡшылыҡ тип белһә, икенселәр яманлыҡ тип күрә. Мин – икенселәр рәтендә. Донъя цивилизацияһының һуңғы ҡаҙанышы – компьютерлаштырыуҙың яҡшы яҡтары ла, яман яҡтары ла барлығын әйтер инем.

Минеңсә, кешелектең маҡсаты яманлыҡты еңеү түгел, ә уны кәметеү юлдарын табыу булырға тейеш. Был эшмәкәрлектә йәмәғәтселектең һәм дәүләттең тырышлыҡтарын берләштереү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле бындай берҙәмлек юҡ. Илдәге социаль ҡоролош, ҡанундар күпселектең ҡарашын түгел, ә матди байлыҡ тип күҙҙәре тонған аҙсылыҡтың мәнфәғәтен көҫәй. Ундай кешеләр,үҙәренә ҡалһа, яҡшылыҡ ҡылабыҙ, тип уйлай. Ғәмәлдә иһә үткәнде инҡар итеп, рухи байлыҡтың бәҫен кәметәләр. Минеңсә, был әхлаҡи тәрбиә етмәгәнлектән килә.Кешегә бәләкәйҙән тәбиғәткә, башҡа кешеләр мәнфәғәтендә игелек ҡылыу кәрәклеген аңлатҡанда, яманлыҡ улай ныҡ арта алмаҫ ине. Әлбиттә, әхлаҡи тәрбиә менән бер рәттән, йәмғиәттең ҡанундарына буйһоноп йәшәү тәртибен дә онотмаҫҡа кәрәк. Эш итеп килгән рәсми ҡанундарҙың әхлаҡи яҡтан камиллығы мотлаҡ. Әлеге заманда йәшәйештең төп ҡанундары боҙола, яманды – яҡшы, яҡшыны яман күрәбеҙ. Бына шул мине ныҡ борсоуға һала ла инде.

Кешенең йәшәү мәғәнәһе – тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәү, Ер шарының күркәмлеген, байлығын тойоу, дөрөҫ, самалы файҙаланыу, киләсәк быуындар өсөн һаҡлау. Ер йөҙөндә тыныс тормош урынлашһа, шунан да яҡшыраҡ ожмах булырмы?Эйе, йәшәү мәғәнәһе бер генә – һәр кеше ерҙә үҙ эҙен ҡалдырһын, ҙурмы,бәләкәйме, бары тик яҡшы эҙ, киләсәк быуыны, тоҡомдары ғорурланып хәтерләрлек булһын. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш ысулы бер генә – тәбиғәткә, башҡа кешеләргә ҡарата яҡшылыҡ, игелек ҡылыу.

– Марат ағай, күңелегеҙҙе ниҙәр боросоғаны тураһында әйтегеҙ әле.

– Ғәҙҙәттә интервью алғанда: «Һеҙ бәхетлеме?» – тигән һорау бирелә. Һуңғы ваҡытта мин дә был һорау тураһында уйлана башланым. Совет осоронда бәхет төшөнсәһенә йәмғиәттә ҡараш бер төрлө булһа, хәҙер иһә тирә-йүндәге үҙ-ара мөнәсәбәт, кешеләр араһында байлыҡҡа ынтылыш ҡарашты үҙгәртте. Бәхет төшөнсәһе әхлаҡҡа бәйле икәнен күрһәтә был үҙгәрештәр, йәғни кешелек донъяһы бәхет темаһын борон замандарҙан бирле тикшерә, философтар хеҙмәттәр ижад итә. Дин әһеле – үҙенсә, буржуаз этика – бер төрлө, ә коммунистик идеология икенсе төрлө аңлата. Ләкин тормош хәҡиҡәте был һорауҙы һәр яңы быуын алдына ҡуя, шуға күрә уға яңыса ҡараш, тикшеренеү булған һәм артабан да дауам итәсәк.

Әгәр совет осоронда үҙемде бәхетле һанаһам, хәҙер ҡарашым үҙгәрҙе, сөнки илдәге әхлаҡһыҙ күренештәр, эшһеҙлек, ауыл тормошоноң һүнә барыуы, күмәк хужалыҡтарҙың тарҡалыуы, мәктәптәр ябылыуы, халыҡтың сит тарафтарға сығып эшкә эҙләүе һ.б. кәмселектәрҙе күреп, үҙеңде бәхетле һанап булмай. Бәхетте, үҙемсә, былай аңлай инем: ғаилә тормошонда тыныслыҡ, эшем менән ҡәнәғәт булыу, коллективта тыныс,аралашып йәшәү. Иң мөһиме: балаларҙы үҫтереү мәшәҡәте менән ваҡыт үтеүе һиҙелмәне. Был бәхет үҙем аңлағанса ине. Һуңғы ваҡыттта, заманса «бәхет»төшөнсәһе менән килешмәй, үҙ-үҙем менән бәхәскә инә башланым. Ҡайһы бер фәлсәфәүи фекерҙәр менән ризалашмау, бәхеткә үҙ мөнәсәбәтемде белдереү, бәлки,ҡайһы берәүҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр.

«Бәхет» төшөнсәһенә күҙ һалайыҡ. Күптәр уны башҡорт һүҙе тип бутала, ә ул Ислам дине аша ғәрәп теленән үтеп ингән. Башҡортса «бәхет» яҙмыш була. Ғәрәп-башҡорт-рус һүҙлегендә былай тиелә: «Бәхет: 1) яҙмыш (счастье,фортуна); 2) бәхет (счастье); 3) сәғәҙәт (везение). Бәхет – яңғыҙлыҡ исем.Икенсе төрлө рәхәт (йән тыныслығы), рух рәхәте – йән рәхәте, сәғәҙәт бәхет –мәңгелек бәхет (рәхәт) тигәнде аңлата. Башҡорт халыҡ ижадында бәхеткә ҡағылған тапҡыр әйтемдәр бихисап: «эшсән бәхетте эштән эҙләр»; «тырышлыҡ – бәхет асҡысы»; «бәхет башы – тәүфиҡ» (рухи байлыҡҡа ишара); «бәхет малда түгел»;«бәхетһеҙлек башы – ялҡаулыҡ» һ.б.

Был тапҡыр әйтемдәр халыҡ фәлсәфәһен асып һала. Күпселек әйтемдәр бер кешегә төбәлгән. Рухи байлыҡ, матди байлыҡ, һәм дәүләт идараһына ҡағылышлы әйтемдәр ҙә бар. Һәр шәхестең рухи яҡтан камил үҫеше генә бәхет килтереү тәү шарт булыуын халыҡ дөрөҫ баһалайҙыр, тип уйлайым. Әммә, кешелә шәхси эгоизм көслө була. Шулай ҙа ул йәмғиәт ағзаһы булараҡ, коллективҡа ылыға һәм бәхетле йәмғиәт хаҡында хыяллана. Был ҡаршылык кешеләр араһында күп бәхәстәр тыуҙырып,шәхес талаптарҙы тәү сиратта үҙенә түгел, ә башҡаларға ҡуйыусан. «Башта – һин,унан һуң мин», тигән ҡараш был.

Бик күп осраҡта ниндәйҙер кимәлдә идара итеү даирәһенә өлгәшкән кешене «бәхетле» һанайҙар, сөнки ул, тәү сиратта, үҙенең, яҡындарының мәнфәғәтен ҡайғырта. «Бер кеше тәхеткә менһә, ҡырҡ кеше – бәхеттә», тигән әйтем шунан килә лә инде. Был яҡтан совет осоронда бер ни тиклем сикләүҙәр бар ине,әлеге заманда улары ла юҡҡа сыҡты. Эйе, бөгөнгө көндә донъя менән матди байлыҡ идара итә, ә был ғәҙел түгел. Ил идаралығында әхлаҡи шәхестәр булғанда ғына, ил халҡы бәхетле буласаҡ. Немец философы Фейербахтың: «Кешенең бәхеткә ынтылып йәшәүе тәбиғи, һәм һәр әхлаҡтың нигеҙе булырға тейеш», – тигән һүҙҙәрен идара итеүселәр белһен һәм күңеленә һеңдерһен ине.

Был фәлсәфәне Ф.Энгельс тәнҡитләп сыҡты, һәм уның фекерҙәштәре фәнни коммунизм теорияһы аша «бәхет кеше генына бәйле түгел, ә ҡайһы бер шәхестәрҙең эгоизмы ғына» тигән ҡарашты алға ҡуйҙы. Ғәмәлдә был фекер яҡлау тапманы һәм социализм ҡоролошоноң емерелеүе менән тамамланды. Бәхет фәлсәфәһе бер кеше теләгенә төбәлгән булһа ла, уның бөтә йәмғиәткә лә ҡағылыуын инҡар итмәй. Артабан кешелек донъяһының уны ентекләп өйрәнеүе зарур. Был мәңгелек темаға фәҡәт рухи яҡтан үҫешкән шәхестәр генә асыҡлыҡ индерергә һәләтле. XXI быуат быға яуап таба алырмы икән?

Мин бер ябай ауыл малайы. 70 йәшкә еткәнсе социалистик ҡоролошто татыным, «80-се йылда коммунизм була» тигән хөрәфәткә ышандым, барына ҡәнәғәт инем. 20 йылдан ашыу баҙар шартында – капитализмда йәшәйем, әммә күңелем тыныс түгел. Иң көйгәнем, борсолғаным – киләсәк быуын нисек йәшәр, ил был көрсөктән сығырмы? Фекеремде йомғаҡлап шуны әйтке килә: кеше аҡылы – сикһеҙ рухи байлыҡ. Социаль тигеҙлек күҙлегенән сығып билдәләнгән бәхет өсөн көрәш туҡталмаясаҡ, сөнки ул теләк мәңгелек.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Юбилейығыҙ менән Һеҙҙе. Һаулыҡ,оҙон ғүмер, бөтмәҫ йәшәү ҡеүәте, ижади уңыштар теләйем. Һеҙҙең фекерегеҙ йәмғиәт өсөн бик мөһим. Бөгөн аңламағандар иртәгә аңлар.

Рөстәм Нурыев әҙерләне.


2013